12:03 (UTC+5), 28 Апрель 2017

Баш ҡалала «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең республика семинары бара

«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең Рәсәй парламентаризмы көнөнә арналған республика семинары бара. Унда Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарынан урындағы бүлексәләрҙең вәкилдәре ҡатнаша. Баш ҡалаға уҡырға 300-ҙән ашыу кеше килде, тип хәбәр итә партияның төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, партияның төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы һайлау циклын ниндәй һөҙөмтәләр менән башлауын билдәләне.
«Ғорурланырлыҡ эштәребеҙ байтаҡ, 15 йыл эсендә бер һайлау кампанияһынан да еңелмәнек. Беҙ халыҡҡа һәр саҡ дөрөҫөн әйтәбеҙ, ауырлыҡтар, хәл ителмәгән мәсьәләләр тураһында һөйләйбеҙ. Бер ҡасан да тормошҡа ашмаҫтай идеяларҙы алға һөрмәнек. Һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек, шул арҡала ошондай юғары һөҙөмтәләргә өлгәштек», — тине Константин Толкачев.
Ҡатнашыусылар алдында республика башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов, «Берҙәм Рәсәй»ҙең үҙәк башҡарма комитеты департаменты советнигы Александр Долганов, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғизәтуллин, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сығыш яһаны.
Берҙәм рәсәйҙәр партия төҙөлөшө, «Берҙәм Рәсәй» яҡлыларҙың советтары һәм ветеран ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында лекция тыңланы. Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәләренең, шулай уҡ «Йәш гвардия» менән үҙ-ара эш итеү темаһы билдәләнде.
Бөгөн, 28 апрелдә, семинарҙың икенсе көнө киң мәғлүмәт саралары менән эшләү мәсьәләләренә арнала. Партия ағзалары алдында лекция менән Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика