Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Апрель 2017, 07:06

Республика парламенты спикеры Рәсәйҙә Коррупцияға ҡаршы кодекс булдырырға тәҡдим итте

БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте
БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Рәсәйҙә Коррупцияға ҡаршы кодекс булдырыу, шулай уҡ юридик юғары уҡыу йорттарының белем биреү программаһына коррупцияға ҡаршы хоҡуҡ тигән айырым фәнде индереү башланғысы менән сығыш яһаны.
Санкт-Петербургта Рәсәй Закон сығарыусылар советы ултырышында Константин Толкачев билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа илдә бөтә донъяла аналогы булмаған коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса үҙенсәлекле закондар базаһы булдырылды.
«Коррупцияға ҡаршы нормалар ике йөҙҙән ашыу федераль норматив актында бар, төбәк һәм муниципаль хоҡуҡи акттарында уларҙың байтаҡ булыуы хаҡында әйтәһе лә юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө кимәлдәге нормаларҙың тарҡаулығы коррупцияға ҡаршы һөҙөмтәле эш алып барырға ҡамасаулай. Ошо хоҡуҡи документтарҙы бергә тупларға кәрәк», — тигән фекерҙә Константин Толкачев.
Шул рәүешле төбәк парламенты спикеры берҙәм Коррупцияға ҡаршы кодекс булдырыу өҫтөндә уйланырға тәҡдим итте, тип аңлаттылар Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.
«Бер үк ваҡытта юридик юғары уҡыу йорттарында коррупцияға ҡаршы хоҡуҡ буйынса белгестәр әҙерләй башлау зарур. Уны яҡын ваҡыт эсендә юристарҙы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләгән юғары уҡыу йорттарының программаларына һәм стандарттарына уҡытыу предметы сифатында индереү маҡсатлы күренә», — тип иҫәпләй закондар сығарыу йыйылышы етәксеһе.
Константин Толкачевтың фекеренсә, ғәҙәти аң кимәлендә коррупцион хоҡуҡ боҙоу иң ҡаты саралар күреү кәрәклеге менән ассоциациялана.
«Аноним сығанаҡтарҙан тикшерелмәгән мәғлүмәттең киң мәғлүмәт сараларында таралыуы, һис шикһеҙ, дәүләт абруйында, халыҡтың власть структураларына ҡарата ышаныс кимәлендә сағылыш таба. Шуға коррупция йүнәлешендәге енәйәттәр буйынса хоҡуҡи тикшереү сере режимын билдәләргә кәрәк тип уйлайым», — тип йомғаҡланы Константин Толкачев.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: