06:44 (UTC+5), 25 Апреля 2017

Рөстәм Ғәзизов Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рөстәм Ғәзизов Өфө хакимиәте башлығының кадрҙар, бәйләнеш, торлаҡты иҫәпкә алыу һәм бүлеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ошо вазифаны биләгән Искәндәр Сираев хәҙер Өфө киң профилле һөнәри белем биреү колледжын етәкләй.
Рөстәм Ғәзизов 1983 йылда Башҡортостандың Шишмә районында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Төрлө предприятиеларҙа эшләгән. 2010 йылдан Өфөнөң Калинин районы хакимиәтендә алыҫ биләмәләр менән эшләү бүлеге етәксеһе, башлыҡтың йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм халыҡ менән эшләү буйынса урынбаҫары, йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары була.
2015 йылдың март айынан Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығында йәмәғәтселек институттары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге мөдире, сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү бүлеге мөдире — идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика