09:17 (UTC+5), 25 Апреля 2017

Башҡортостанда биш ҡала парктарҙы төҙөкләндереүгә 22,5 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төбәктә биш ҡала парктарҙы төҙөкләндереүгә 22,5 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ
Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалаларҙың парктары» проекты буйынса аҡса аласаҡ муниципалитеттар билдәләнде. 2017 йылға финанслауҙың дөйөм суммаһы 22,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, шуның 18,7 миллионы — федераль, ҡалғаны республика ҡаҙнаһынан бүленгән, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Үҙҙәренең паркын Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Учалы һәм Күмертау ҡалалары төҙөкләндерә аласаҡ.
«Партия проекты шарттарына ярашлы, унда 250 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар ғына ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Республикалағы 20 муниципалитет ошо критерийға тап килә. Быйыл исемлеккә эләкмәгән муниципалитеттар тағы ла ҡатнаша ала, сөнки проект өс йылға иҫәпләнгән», — тип хәбәр итте проекттың Башҡортостандағы координаторы, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты Александр Дёгтев йәмәғәтселек советы ултырышында.
Проект буйынса йәмәғәтселек советы рәйесе Вячеслав Суворов билдәләүенсә, «Бәләкәй ҡалаларҙың парктары» — инфраструктура булдырыу ғына түгел, ҡала урмандарын, парктарын, скверҙарын һаҡлау ҙа ул.
Партияның яңы башланғысын тормошҡа ашырыуға республика Дәүләт Йыйылышының ошо биләмәләрҙән һайланған депутаттары йәлеп ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика