13:03 (UTC+5), 21 Апрель 2017

Баш ҡалаға «Еңеү армияһы-2017» агитпоезы килә

рәсми сайттан
рәсми сайттан
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2017 йылдың 3 майында Өфөнөң тимер юл вокзалына «Еңеү армияһы-2017» агитпоезы килә, тип хәбәр иттеләр Үҙәк хәрби округында. Акция Рәсәйҙең оборона министры ҡарары буйынса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығын байрам итеү уңайынан уҙғарыла. Ошо традицияны тергеҙеү Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү һәм ундағы юғалтыуҙар хаҡында хәтерҙе һаҡлау өсөн кәрәк.
Агитпоездар составына асыҡ платформаларҙа ҡоралдарҙың һәм хәрби техниканың тарихи өлгөләре (Т-34, Т-72БЗ, ИС-3, БТР-802Л танктары, СУ-100 үҙйөрөшлө ҡоролмаһы, артиллерия һәм зенит-артиллерия ҡоралдары), күсмә кинотеатр, музей экспозицияларының күргәҙмә вагоны индерелгән.
Республика халҡы өсөн митинг, ижади коллективтарҙың концерты, ҡоралдар һәм хәрби техника өлгөләрен, тематик музей күргәҙмәһенең экспозицияларын күрһәтеү ойоштороласаҡ, социологтар, психологтар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй оборона министрының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе эшләйәсәк.
Агитпоезд Өфө станцияһында 3 майҙа урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 12-се 5 минуттан көндөҙгө 1-се 5 минутҡа тиклем буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика