08:08 (UTC+5), 20 Апреля 2017

Рөстәм Хәмитов парламентҡа Башҡортостан Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте. Ул депутаттар корпусына башҡарма власть органдары менән конструктив үҙ-ара килешеп эш итеүҙәре һәм Хөкүмәттең закон сығарыу башланғыстарын хуплауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. «Бөгөн ошолай бер-береңде аңлау, хеҙмәттәшлек итеү айырыуса мөһим. Бергәләп күп кенә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәндек, иҡтисад өсөн яңы үҫеш нөктәләре, традицион тармаҡтар өсөн үҫеш мөмкинлектәре булдырабыҙ. Киләсәктә лә шулай эшләргә кәрәк».
Республика Башлығы төп макроиҡтисади күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһын, финанс тотороҡлоғон нығытыуҙы, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙе уҙған йылдың төп ҡаҙанышы тип атаны. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса, сәнәғәт етештереүе күләме 2,6 процентҡа артҡан, ауыл хужалығында үҫеш — 1 процент самаһы, төп капиталға инвестициялар индексы 104,2 процент тәшкил иткән (ошо күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты яуланы).
«Бюджет системаһында лайыҡлы күрһәткестәргә өлгәшелгән — йыл 10 миллиард һум профицит менән тамамланған. Барлыҡ социаль әһәмиәтле йөкләмәләр тулы күләмдә финансланған, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына эш хаҡын арттырыу буйынса юл карталары тормошҡа ашырылған. Дөйөм алғанда, хеҙмәт хаҡының реаль үҫеше күҙәтелде, эшһеҙлек кимәле кәмене, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Төбәктә көтөлгән ғүмер оҙайлығы 70 йәштән 71-гә етте, бөтә төр ауырыуҙар буйынса тиерлек үлем осраҡтары кәмене. Республика ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ресурстар йәлеп итеп, алға табан бара».
Рөстәм Хәмитов демографик хәлдең насарайыуын әлеге көндә иң киҫкен проблемаларҙың береһе тип атаны. «Был хеҙмәт ресурстарының кәмеүенә лә бәйле. Йыл йомғаҡтары буйынса республиканың күп кенә ҡала һәм райондарында ошо йәһәттән ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Хөкүмәт бер нисә тапҡыр был мәсьәләне ҡараны. Алдағы йылдарға тейешле бурыстар билдәләнде. Граждандарҙы, бәләкәй хужалыҡтарҙы, предприятиеларҙы туплау мәшғүллектең, юғары эш хаҡы түләнгән эш урындары булдырыуҙың реаль ҡоралы булып тора. Хеҙмәткәрҙәр ресурстарын һәм компетенцияларын берләштереп, күмәкләп мәсьәләләрҙе хәл итһен өсөн коллектив милек формаларын булдырыуға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Хөрмәтле депутаттар, ошо һәм башҡа төп бурыстарҙың хәл ителеүенә иҫәп тотам», — тип мөрәжәғәт итте республика Башлығы йыйылыусыларға.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика