12:16 (UTC+5), 19 Апрель 2017

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостандың яңы Үҙәк һайлау комиссияһына кандидаттарҙы билдәләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары итеп тәғәйенләү өсөн хәл иткес тауышҡа эйә кандидатураларҙы билдәләне. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы республика Башлығына хәҙерге рәйес Хәйҙәр Вәлиевты яңы составтағы төбәк комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләргә, Дәүләт Йыйылышына иһә ғәмәлдәге составтағы комиссия секретары Марина Долматованы тәҡдим итте.
Башҡортостанда төбәк Үҙәк һайлау комиссияһын төҙөү процедураһы бара. Яңы состав 2017 йылдың июнендә Үҙәк һайлау комиссияһы вәкәләттәренең ваҡыты үтеүгә бәйле һайлана. Һайлауҙар тураһында федераль һәм төбәк ҡануниәтенә ярашлы, яңы составтағы Үҙәк һайлау комиссияһына хәл иткес тауышҡа эйә 12 ағза инәсәк.
Республика һайлау комиссияһы ағзаларының яртыһын — Дәүләт Йыйылышы, икенсе яртыһын Башҡортостан Башлығы тәғәйенләй. Шуның менән бергә Дәүләт Йыйылышы ла, Башҡортостан Башлығы ла Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдимдәре нигеҙендә һайлау комиссияһына берҙән дә кәм булмаған ағза тәғәйенләргә тейеш. Кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр 3 майҙа тамамлана.
Белешмә. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында хәл иткес тауышҡа эйә 12 ағза иҫәпләнә. Комиссия кандидаттар исемлеген күрһәткән һәм Дәүләт Думаһында, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышында депутатлыҡ мандаттарын бүлеү рөхсәт ителгән сәйәси партияларҙың, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары, бынан алдағы составтағы Үҙәк һайлау комиссияһы, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдимдәренә таянып, Дәүләт Йыйылышы һәм республика Башлығы тарафынан төҙөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика