08:06 (UTC+5), 19 Апрель 2017

Башҡортостан закон сығарыусылары балаларҙың сәйәси ойошмаларын булдырыуға хоҡуҡты сикләү тәҡдимен индерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы балаларҙың сәйәси ойошмаларын булдырыуға хоҡуҡты сикләгән закон сығарыу башланғысын әҙерләгән. Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашыуында ошо турала белдерҙе. Юғары мәктәп вәкилдәре студенттар араһында тәрбиәүи эш алып барыу мәсьәләләрен, ошо процеста йәмәғәт ойошмаларының ролен тикшерҙе. Парламент рәйесе балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сәйәсиләштереүгә ҡырҡа ҡаршы булыуын билдәләне.
«Мәктәптәрҙә белем-тәрбиә биреү процесы сәйәсәттән алыҫ торорға тейеш, – тип иҫәпләй Константин Толкачев. – Уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың төп бурысы – төрлө етәкселәрҙе яҡлау түгел, ә белем алыу».
Илһөйәрлек белем-тәрбиә биреү процесының нигеҙе булырға тейеш, тигән ышаныста Константин Толкачев. Йылдар үткәс һәр кем теге йәки был идеологияның өҫтөнлөгөн аңлай, үҙенең сәйәси ҡарашын, гражданлыҡ позицияһын формалаштыра һәм аңлы рәүештә һайлай ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика