03:55 (UTC+5), 19 Апрель 2017

Башҡортостан Башлығы ғәҙелһеҙлекте күрә һәм кешеләргә ярҙам итергә ынтыла – Нижегород өлкәһе губернаторы

рәсми сайттан
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева /. Халыҡ менән аралашыу – төбәк башлығының иң мөһим эштәренең береһе. Кешеләрҙең йәшәйеше, уларҙың проблемалары һәм шатлыҡтары тураһында туранан-тура уларҙан белеү бик мөһим, тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Башлығының Тура линияһы һөҙөмтәләренә Нижегород өлкәһе губернаторы Валерий Шанцев. «Һәр төбәк башлығы үҙенә уңайлы ысул табырға тейеш: кешеләр менән саралар барышында аралашыу, тура линиялар, блог йәки төбәк телеканалдарында һәм радиостанцияларында аҙналыҡ тура эфирҙар», — тип һөйләне губернатор «Башинформ» агентлығына.
Валерий Шанцев, үҙ тәжрибәһен иҫәпкә алып, кешеләр биргән һорауҙарҙың күпселеге муниципалитет компетенцияларына ҡарай: властың тап ошо кимәле кешегә яҡынараҡ, тип иҫәпләй. «Бына һеҙҙең тура линияла ла юл төҙөлөшө, төҙөкләндереү кеүек һорауҙар байтаҡ булды. Рөстәм Хәмитовтың «үҙ» һорауҙарына ғына түгел, республика Хөкүмәтенең компетенцияһына ҡарамаған һорауҙарға ла яуап биреүе уны тәү сиратта ғәҙелһеҙлекте күрә белгән һәм халыҡҡа ярҙам итергә ынтылған кеше, көслө ихтыярлы, профессиональ етәксе булараҡ күрһәтә», — тип йомғаҡ яһаны Нижегород өлкәһе губернаторы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика