Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.13
+0.62
90.66
+1.35
65.29
-0.05
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Апрель 2017, 13:44

Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәләрҙе тура трансляция аша ҡарарға мөмкин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Аҙнаның һәр шишәмбеһендә Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәләр яңы форматта ойошторола. Хәҙер уларҙы реаль ваҡыт режимында ҡарарға мөмкин.
Оперативкаларҙы онлайн-режимда уҙғарыу — «асыҡлыҡты арттырыуға сираттағы аҙым», тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар мэрияла.
Бөгөн кәңәшмә тәүге тапҡыр онлайн режимында үтте. Тура трансляцияны теләгән һәр кем Facebook социаль селтәрендә ҡарай ала. Иртәнге сәғәт 9-сы яртыла башлана.
Бынан тыш, киләсәктә оперативкаларҙы «Бәйләнештә» селтәрендә лә күрһәтергә ниәтләйҙәр. Әлеге мәлгә Өфө хакимиәтенең рәсми төркөмөнә 83 меңдән ашыу кеше яҙылған.
Читайте нас: