04:29 (UTC+5), 18 Апреля 2017

Дәүләт Думаһында республиканың волонтерҙар хәрәкәтен үҫтереүҙәге тәжрибәһе баһаланды

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһында түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Башҡортостандың волонтерҙар тәжрибәһен юғары баһаланы. Федераль Йыйылыштың түбәнге палатаһында 17 апрелдә «Ирекмәнлек: проблемалар һәм үҫеш перспективалары» темаһы буйынса фекер алышыу уҙҙы. Төбәк тәжрибәһе менән Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Алина Ғизәтулина, Стәрлетамаҡтағы «Әсә һәм бала» хәйриә фонды етәксеһе Тимур Ҡунаҡҡужин таныштырҙы.
Түңәрәк өҫтәлде граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дин берләшмәләре мәсьәләләре буйынса комитет үткәрҙе. Быйыл март айында Рәсәй субъекттарының Йәмәғәт палаталары тыңлауҙар ойошторҙо, уларҙа ирекмәнлек эшмәкәрлегенең стажын билдәләү, волонтерҙарҙы әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү, льготалар биреү, «ирекмән» һәм «волонтер» төшөнсәләрен билдәләү кеүек ирекмәндәр хәрәкәтенең ҡануни аспекттары тикшерелде, тип билдәләне сарала ҡатнашыусылар.
Алина Ғизәтулина Башҡортостанда йәмәғәт тыңлауҙарының йомғаҡтары хаҡында һөйләне һәм төбәк тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
«Фекер алышыуҙар күп, бөтә тәҡдимдәр ҙә төрлө яҡтан эшләнергә, ирекмәндәр эшмәкәрлегенең асыҡ һәм берҙәм иҫәп системаһы булырға тейеш. Ул БДИ-ға балдар өҫтәүгә, производство практикаһы сифатында иҫәпкә алыуға ла ҡағыла», — тигән фекерҙә Алина Ғизәтуллина.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика