12:01 (UTC+5), 17 Апреля 2017

Республиканың дүрт ҡалаһы — «Рәсәйҙең иң төҙөк биләмәһе» конкурсы лауреаты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың дүрт ҡалаһы илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ойошторған «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» тигән исемгә конкурс еңеүселәре иҫәбендә. Бүләкләү тантанаһы «Тораҡ пункттарҙың биләмәләрен төҙөкләндереү: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» темаһына арналған Федерация Советы ҡарамағындағы Урындағы үҙидара советы ултырышында үтте. Республика наградалар һаны буйынса илдең күпселек төбәктәрен уҙып китте, тип хәбәр иттеләр Федерация Советында.
Октябрьский ҡалаһы үҙ номинацияһында еңеү яуланы. Ҡала биләмәләре араһында Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының II дәрәжә дипломына Стәрлетамаҡ лайыҡ булды. Туймазы ҡалаһы өсөнсө категориялы муниципаль берәмектәр араһында III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Рәсәй субъекттарының баш ҡалалары араһында Рәсәй Хөкүмәтенең II дәрәжә дипломы Өфөгә тапшырылды. Наградаларҙы муниципалитет етәкселәре алды.
Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһында Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, уның урынбаҫары Галина Карелова, Федерация Советының Федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре комитеты рәйесе Дмитрий Азаров, Федерация Советы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Степан Киричук, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень ҡатнашты.
Валентина Матвиенко һүҙҙәренсә, быйыл төбәктәргә төҙөкләндереү программаларына 20 миллиард һум бүленгән. Был аҡсалар «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә ҡаралған. Тиҙҙән Хөкүмәттең резервлы фондынан төҙөкләндереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә рәүештә 5 миллиард һум бүлеү тураһында мәсьәләне ҡарау күҙаллана. Йыл башында ауыл ерендә йәшәгән халыҡтың урындағы башланғыстарына ярҙам итеү буйынса сараларҙы берлектә финанслауға 80 миллион һум йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика