02:01 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Төбәк халҡы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ике сәғәт ярымдан ашыу дауам итте, тиҫтәләгән һорау бирелде. Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан», «Бөтә Өфө», «РБК-Өфө» телеканалдарында ҡарарға, «Рәсәй радиоһы Башҡортостан», «Спутник FM» радиостанцияларында тыңларға мөмкин ине.
Эфир башланғанға тиклем республика халҡынан туғыҙ меңдән ашыу һорау килде. Күптәре төбәк башлығына туранан-тура мөрәжәғәт итергә тырышты – тура эфир барышында студия телефонына бик күп шылтыратыуҙар булды. Кешеләрҙе күбеһенсә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл һәм төҙөлөш (37 процент), һаулыҡ һаҡлау һәм социаль яҡлау (23 процент), иҡтисад (17 процент), мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт (9 процент), экология һәм тирә-яҡты төҙөкләндереү (5 процент) мәсьәләләре борсой. Ҡалған туғыҙ проценты шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Конгресс-холл студияһына телеканал алып барыусылары менән бер рәттән төрлө эшмәкәрлек өлкәләре вәкилдәре саҡырылғайны. Эфирға тиклем бер нисә көн ҡалғас, 23 ҡала һәм районда төбәк халҡының мөрәжәғәттәрен яҙҙырыу өсөн телемайҙансыҡтар ойошторолдо, унда теләгән һәр кем Рөстәм Хәмитовҡа үҙ һорауын бирә алды.
«Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуы республика телеканалдарында һуңғы ете йыл дауамында эфирға сыға һәм йылдан-йыл халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика