09:29 (UTC+5), 13 Апрель 2017

Балтас районында — яңы хакимиәт башлығы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Балтас районында муниципалитет хакимиәтенең яңы башлығы менән килешеү төҙөлдө. 2020 йылға тиклем районды Илгиз Субушев етәкләйәсәк. 12 апрелдә район Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Муниципалитет башлығы вазифаһына конкурс һөҙөмтәләре буйынса финалға ике кеше — Илгиз Субушев һәм Рәсих Ғәфүрйәнов сыҡты. 14 депутат асыҡ тауыш биреү юлы менән бер тауыштан Илгиз Субушевты район башлығы итеп һайланы, тип хәбәр итте район Советы секретары.
Район етәксеһе вазифаһына бөтәһе алты кандидат дәғүә итте. 7 апрелдә конкурсанттарҙың береһе үҙ кандидатураһын алды. Биш кандидат: Яланғас ауыл Советы биләмәһе башлығы Рәсих Ғәфүрйәнов, «Агротехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство менән идара итеүсеһе Илшат Ғисмәтуллин, район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш, эшҡыуарлыҡ һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге начальнигы Сәлих Имаев, «Балтас сорттарҙы һынау участкаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илгиз Субушев, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы территориаль бүлексәһенең әйҙәүсе белгес-эксперты Эдуард Хайбрахманов көрәште дауам итте.
Кандидаттарҙың белем кимәлен «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһы баһаланы. Комиссия өс кандидатҡа: Рәсих Ғәфүрйәновҡа, Сәлих Имаевҡа һәм Илгиз Субушевҡа ыңғай баһа бирҙе.
10 апрелдә Сәлих Имаев конкурста артабан ҡатнашыуҙан баш тартты, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Советта. Һөҙөмтәлә халыҡ һайланыусылары ике кандидат араһынан Илгиз Субушевты контракт буйынса муниципалитет башлығы вазифаһына раҫланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика