02:31 (UTC+5), 11 Апреля 2017

Дәүләт Думаһына 14 йәшкәсә балалар һәм бюджет хеҙмәткәрҙәре өсөн социаль селтәрҙәр менән ҡулланыуҙы тыйыу хаҡында закон проекты индерелде

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһы депутаты Виталий Милонов парламенттың түбәнге палатаһына «Социаль селтәрҙәрҙең эшмәкәрлеген хоҡуҡи көйләү тураһындағы»ғы закон проектын индерҙе. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә.
Закон проекты ҡулланыусыларҙың ҡәтғи рәүештә инеү һәм теркәлеү тәртибен күҙ уңында тота, ул тик үҙеңдең ысын исемең аҫтында ғына сәхифә асыуҙы талап итә. Теркәлгән саҡта үҙеңдең паспорт мәғлүмәттәреңде яҙырға кәрәк буласаҡ. 14 йәшкәсә балаларға социаль селтәрҙәргә инеүҙе бөтөнләй тыясаҡтар. Бынан тыш, закон проекты социаль селтәрҙәрҙә яҙышыу скриншоттарын унда ҡатнашыусыларҙың рөхсәтенән тыш ҡуйыуҙы тыя.
Закон проектының тағы бер башланғысы – бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн эш ваҡытында социаль селтәрҙәр менән ҡулланыуҙы тулыһынса тыйыу. Ошо хаҡта төҙәтмәне Хеҙмәт кодексына индерергә теләйҙәр.
Бығаса Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге ошо темаға һорау алыуҙы баҫып сығарҙы. Рәсәйҙәрҙең 62 проценты 14 йәшкәсә үҫмерҙәр өсөн социаль селтәрҙәр менән ҡулланыуҙы тыйыу башланғысын хупланы. Шул уҡ ваҡытта респонденттарҙың 52 проценты социаль селтәрҙәрҙә паспорт буйынса теркәлеүгә ҡаршы сыҡты.
5 апрелдә «Известия» гәзите парламентарийҙарҙың әлеге башланғысы тураһында яҙғайны. Мәҫәлән, документ авторҙарының береһе – Ленинград өлкәһе Закон сығарыусылар Йыйылышы депутаты Владимир Петров закондың 2018 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инергә тейешлеген аңлатты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика