11:21 (UTC+5), 06 Апреля 2017

13 апрелдә Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың төбәк халҡы менән тура бәйләнешен ойошторорға әҙерләнә. Был хаҡта компанияның сайтында хәбәр ителә.
13 апрелдә Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан», «Бөтә Өфө», «РБК-Өфө» телеканалдарында ҡарарға, «Рәсәй радиоһы Башҡортостан», «Спутник FM» радиостанцияларында тыңларға мөмкин. Бөгөн, 6 апрелдә, уларҙың барыһы ла рәсми сайттарында, телефон буйынса, социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар ҡабул итә башланы. Ҡыҙыҡлы тип табылғандары тура эфир ваҡытында республика Башлығына бирелә.
Тура бәйләнеште ойоштороусылар һәм телекомпанияларҙың вәкилдәре быйыл яңы формат вәғәҙәләй. Студияға журналистар ғына түгел, төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре лә саҡырыла. Республиканың тораҡ пункттарында махсус майҙансыҡтар булдырыла, унда теләге булған һәр кем Рөстәм Хәмитовҡа һорауын бирә ала, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика