08:41 (UTC+5), 31 Марта 2017

Мишкә районын йәнә Рөстәм Мусин етәкләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Мишкә районы хакимиәте башлығы итеп йәнә Рөстәм Мусин тәғәйенләнде. Ҡарар муниципаль район Советы ултырышында ҡабул ителде. Ултырышта ҡатнашҡан ун өс депутат бер тауыштан Рөстәм Мусинды һайланы. Муниципалитет башлығы 2020 йылдың сентябренә тиклем әлеге вазифаны башҡарасаҡ.
Мишкә районы хакимиәте башлығының вәкәләттәре контракт ваҡыты тамамланыуға бәйле туҡтатылғайны.
Вазифа өсөн конкурста өс кандидат — башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Мусин, Мишкә юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Евгений Кузнецов һәм хакимәттең төҙөлөш бүлеге етәксеһе Вячеслав Шахмадеев ҡатнашты. Һуңынан Евгений Кузнецов үҙ кандидатураһын алды.
Белешмә. Рөстәм Марат улы Мусин 1965 йылда Мишкә районының Иштебай ауылында тыуған.
Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (1987), Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (1996) тамамлаған. Хеҙмәт юлын «Мишкә» совхозында ветеринар-табип вазифаһында башлаған, һуңынан бригадир һәм Ленин ауыл советы башлығы булған. Мишкә районы хакимиәтендә һәм агросәнәғәт предприятиеларында етәксе вазифаларҙа эшләгән. 2015 йылдың 25 февралендә Мишкә районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика