10:06 (UTC+5), 29 Март 2017

Республиканың финанс министры студенттарға дәүләт хеҙмәтенең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шишәмбе, 28 мартта, Башҡорт дәүләт университетында республиканың финанс министры Рида Собханғолова Дәүләт идаралығы буйынса кесе академия тыңлаусыларына дәүләт хеҙмәтенең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Студенттар менән әңгәмә барышында министр йәштәрҙе төбәктәге бюджет процестары, министрлыҡ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Буласаҡ идара итеүселәр кадрҙар сәйәсәтенә, өҫтөнлөклө проекттарға ҡағылышлы һорауҙар бирҙе, шулай уҡ һүҙ студенттарҙың ижтимағи мөһим сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында барҙы.
Дәүләт идаралығы буйынса кесе академия проекты Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкил Михаил Бабич ҡарауында эшләй. Башҡортостанда был академия Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә 2009 йылдан алып эшләй. Ике йыл дауамында тыңлаусылар – федераль университеттарҙың иң яҡшы студенттары иҡтисад, менеджмент, юриспруденция өлкәһендә белемен камиллаштыра. Уҡыусыларҙың практикала дәүләт власы органдарының эше менән танышыу, шулай уҡ ведомство етәкселәре менән аралашыу мөмкинлеге бар. Быйыл Өфө ҡалаһы хакимиәте, республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре тыңлаусылар өсөн лекция уҡыны.
Дәүләт идаралығы буйынса кесе академия тыңлаусылары – байтаҡ төбәк һәм округ проекттарында әүҙем ҡатнашыусылар. Кесе академияны тамамлағас уларға һөнәри белемде күтәреү хаҡында диплом бирелә. Республика юғары уҡыу йорттарының яҡшы күрһәткестәргә эйә булған, төбәктең ижтимағи тормошонда ҡатнашыусы студенттар академия тыңлаусылары була ала. 2009 йылдан Дәүләт идаралығы буйынса кесе академияны 40-лаған кеше тамамланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор аппаратының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика