12:23 (UTC+5), 29 Марта 2017

Өфөнөң бюджет хеҙмәткәрҙәре балалар лагерына юлламаға компенсация аласаҡ

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөләге учреждениеларҙың муниципаль хеҙмәткәрҙәре балалар һауыҡтырыу лагерҙарына юлламалар һатып алыу өсөн ҡала ҡаҙнаһынан компенсация аласаҡ. Компенсацияларҙы бер юллама өсөн алты меңгә тиклем күләмдә билдәләү күҙ уңында тотола. Бөгөн, 29 мартта, Өфө ҡала Советы депутаттары тейешле ҡарарҙы раҫланы.
Республика бюджетында ла һауыҡтырыу лагерҙарына льготалы юлламаларҙы түләүгә аҡса һалынған, тип аңлатма бирҙеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә. Быйыл балаларҙы ял иттереүгә һәм һауыҡтырыуға 170 миллион 780 мең һумлыҡ субвенция бүленгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, сумма дүрт миллионға артҡан. Лагерҙа бер балаға көнлөк хаҡ 781 һум күләмендә иҫәпләнгән, ысынында иһә уның хаҡы 906 һум тәшкил итә. Юлламаның баҙар хаҡы тағы ла юғарыраҡ. Путевканың ысын һәм республика ҡаҙнаһынан субсидияланған хаҡ араһындағы айырманы компенсациялау өсөн депутаттар корпусы өҫтәмә түләүҙәр тураһында ҡарар ҡабул итте. Өфөлә ете йылға яҡын ошондай льготалар бирелә.
Аҡса путевканың тулы хаҡына тиклем етмәгән сумма сиктәрендә түләнә. Ошо маҡсатта ҡала бюджетында 57 миллион һум ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика