07:45 (UTC+5), 29 Марта 2017

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Дәүләт Думаһына геопарктар тураһында закон сығарыу башланғысы менән сығыш яһаясаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Мәскәүҙә «Ер аҫты-2017. Өйрәнеү. Разведкалау. Табыу» тигән ҙур халыҡ-ара күргәҙмә барышында Рәсәйҙең геологик һәм экологик туризмын, шулай уҡ геологик парктарын үҫтереү стратегияһын булдырыу мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Йәшелдәр» партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе советы рәйесе Руфина Шаһапова ҡатнашты.
«Бөгөн ошо йүнәлештә эшләгән коллегалар ЮНЕСКО геопарктарын булдырыуҙы ҡануни яҡтан тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирә. Барыһы ла ошо мәсьәләгә килеп терәлә. Бынан тыш, Башҡортостандың илдә проект тормошҡа ашырылған беренсе төбәк булыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар. Мәскәүҙә үткән түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса республикала ЮНЕСКО геопарктарына ғаризалар өсөн бер юлы бер нисә проект булдырыуҙы юллау тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тип аңлатма бирҙе Руфина Шаһапова.
Уның һүҙҙәренсә, Дәүләт Йыйылышының геопарктар тураһында закон сығарыу башланғысын Дәүләт Думаһына индереү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ошо мәсьәләлә ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығына геологик туризмды туристик эшмәкәрлектең үҙаллы төрө итеп билдәләргә тәҡдим ителгән. Төшөнсәне «Туристик эшмәкәрлектең нигеҙҙәре тураһында»ғы 132-се Федераль закон менән нығытырға кәрәк.
«Быйыл йәй Башҡортостанда Экологик форум уҙғарыла. Әлеге ваҡытта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән программа тикшерелә, унда ЮНЕСКО геопарктарын булдырыу мәсьәләһен индерергә, шулай уҡ ошо темаға арналған бер нисә сараны күҙ уңында тоторға тәҡдим ителә», — тип хәбәр итте Руфина Шаһапова.
ЮНЕСКО-ның бөтөн донъяла милли геопарктар селтәрен булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан махсус программаһы 2002 йылдан тормошҡа ашырыла. 2015 йылда ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһының 38-се сессияһы барышында 195 дәүләт, шул иҫәптән Рәсәй «ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары» ярлығын булдырыуҙы раҫланы. Бөгөн 30 илдә 100-ҙән ашыу объект ЮНЕСКО-ның глобаль селтәре геопарктары статусына эйә. Башҡортостан Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктары асылған тәүге төбәк булыуы ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика