02:07 (UTC+5), 28 Марта 2017

Водитель таныҡлығын биреү буйынса яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде

Башинформ
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Күп функциялы үҙәктәргә водитель таныҡлыҡтарын алмаштырыу буйынса функциялар тапшырылды, тейешле документ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған. Әлеге тиклем водитель таныҡлығын Дәүләт автоинспецияһы бүлексәләре генә бирә алды.
Күп функциялы үҙәктәр водителдәргә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инпекцияһынан килгән яңы һәм халыҡ-ара водитель таныҡлыҡтарын бирә аласаҡ. Бынан тыш, ҡул ҡуйылған документ водитель таныҡлыҡтарын ғәмәлдән сыҡҡанға ҡәҙәр алмаштырыу һорауҙарына ла асыҡлыҡ индерә. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, медицина һығымтаһын күрһәткән водителдәр ун йылға яңы таныҡлыҡ алырға хоҡуҡлы.
Документ сит ил водитель таныҡлығын Рәсәйҙекенә алмаштырыу процедураларын аңлата. Яңы ҡағиҙәләр күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәренең сифатын күтәреү, рәсәйҙәрҙең финанс һәм ваҡыт сығымдарын аҙайтыу, коррупция хәүефтәрен кәметеү маҡсаты менән булдырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика