06:39 (UTC+5), 27 Март 2017

Төбәктә Бөрйән бал ҡорто айырым статус аласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан халҡы Бөрйән бал ҡортон һаҡлау буйынса үҙҙәренең фекерен белдерә ала. Закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылған. «Умартасылыҡ тураһында»ғы республика законына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә. Милли брендты — Бөрйән бал ҡортон һаҡлау буйынса өҫтәмә сараларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Руфина Шаһапова әҙерләгән.
Парламентарий солоҡ умартасылығы сиктәрендә бал ҡорто ғаиләләренең иҫәбен алып барырға, шулай уҡ яһалма ҡыуышлы ағастарҙы йығыуҙы тыйырға тәҡдим итә. Ҡара төҫтәге урман бал ҡорто Башҡортостандың таулы-урманлы ерҙәрендә үрсетеү өсөн бал ҡорттарының өҫтөнлөклө һәм тәбиғи тоҡомо һанала.
«Бөрйән солоҡ ҡорто — ҡара төҫтәге урман бал ҡорто төрөнөң һаҡланып ҡалған тәбиғи популяцияһының береһе. Әҙерләнгән закон проекты Бөрйән бал ҡортоноң йәшәгән урындарын һаҡлауға һәм ҡушылыуҙарын кәметеүгә йүнәлтелгән», — тип аңлатма бирҙе закон проекты авторы.
Йәмәғәтселек тикшереүҙәре ай буйына дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика