03:59 (UTC+5), 22 Марта 2017

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы киң мәғлүмәт саралары өсөн конкурс иғлан итте

Башинформ
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы үҙ эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс башлап ебәрҙе. Ижади проектҡа партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев старт бирҙе. Төбәк парламенты спикеры журналистарға конкурстың бүләк фонды ярты миллион һум тәшкил итеүен һөйләне.
Ижади бәйгелә киң мәғлүмәт саралары редакциялары, шулай уҡ республикала «Берҙәм Рәсәй» партияһы эшмәкәрлеген яҡтыртыусы айырым журналистар ҙа ҡатнаша ала. Материалдар партия тормошон, акцияларҙы, һайлау берекмәһенең абруйлы вәкилдәренең сығыштарын сағылдырырға тейеш. Конкурста ҡатнашыусыларҙың тема буйынса материалдар һайланмаларын тәҡдим итеү мөмкинлеге бар.
Ойоштороусылар алты номинацияла еңеүселәрҙе билдәләйәсәк: «Матбуғат киң мәғлүмәт саралары», «Телевидение һәм радио», «Селтәр баҫмалары», «Блогерлыҡ өлкәһе», «Фотоҡараш» һәм «Йәш журналист».
Конкурсҡа тәҡдим ителгән материалдар 2017 йылдың 1 ғинуарынан 20 декабренә ҡәҙәр баҫылған булырға тейеш.
Константин Толкачев ижади бәйгенең тәүгә уҙғарылмауын, әммә быйыл профессиональ жюри менән баһаланасағын билдәләне. Уға республиканың алдынғы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре, шул иҫәптән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Артём Вәлиев инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика