05:44 (UTC+5), 22 Марта 2017

1 апрелдән Башҡортостанда йәшәүселәр яңы күләмдәге социаль пенсия аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙә социаль пенсияның күләме арта. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев индексация тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 2017 йылдың 1 апреленән социаль пенсияларҙың индексация коэффициенты 1,015 тәшкил итәсәк.
Социаль пенсиялар, уҙған йылда пенсионерҙың йәшәү минимумы күләме артыуын иҫәпкә алып, йыл һайын 1 апрелдән индексациялана.
2015 йылда Рәсәйҙә пенсионерҙың йәшәү минимумы – 7965 һум, 2016 йылда 8081 һум тәшкил итте, былтыр үҫеш индексы – 1,015. Ҡул ҡуйылған ҡарар менән 2017 йылдың 1 апреленән социаль пенсияларҙың индексация коэффициенты 1,015 күләмендә раҫлана.
Социаль пенсияларҙы арттырғанда Федераль законға ярашлы билдәләнгән граждандарҙың айырым категорияларына пенсиялар ҙа арта (хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, радиация йоғонтоһонан зыян күргәндәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары).
Индексация 3,9 миллион пенсионерға, шул иҫәптән социаль пенсия алған 3,1 миллион хаҡлы ялдағы кешегә ҡағыла. Бер үк ваҡытта ҡайһы бер башҡа түләүҙәр ҙә арттырыла.
2017 йылдың 1 апреленән социаль пенсияларҙың, башҡа социаль түләүҙәрҙең күләмен индексациялауға сығымдар йыл аҙағына тиклем 4,9 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика