16:58 (UTC+5), 21 Марта 2017

Рөстәм Исхаҡов — Рәсәй Йәмәғәт палатаһының яңы составында

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рөстәм Исхаҡов Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһына ағзалыҡҡа тәҡдим ителде. Кандидатураны Өфөлә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә республиканың Йәмәғәт палатаһы һайланы. Рөстәм Исхаҡов — «Башҡортостандың Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма директоры, республиканың Мәҙәниәт министрлығында, «Төрксой» халыҡ-ара ойошмаһында эшләгән, Мифтахетдин Аҡмулла, Салауат Юлаев шиғырҙарын төрөк теленә тәржемәләүсе.
«Рөстәм Исхаҡовтың эшмәкәрлеге урындағы үҙидараны үҫтереүгә, урындағы үҙидара органдарына методик, консультатив ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Муниципаль берәмектәр хакимиәттәре ҡарамағындағы йәмәғәт советтары менән туранан-тура аралашыуҙы яйға һалыу уҙған осорҙа Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булыуын иҫәпкә алғанда, был айырыуса мөһим. Уның эше һөҙөмтәһендә үткән йылда Башҡортостандың Муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы менән Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы араһында үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды», — тип билдәләне Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.
Уҙған йылдарҙа төбәктән Рәсәй Йәмәғәт палатаһы составында Башҡорт дәүләт медицина университетының Онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры Шамил Ганцев, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон эшләне.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ошо көндәрҙә Владимир Путин Йәмәғәт палатаһының яңы составын төҙөй башланы. Ул дәүләт һәм йәмғиәт алдында ҙур уңыштарға өлгәшкән 40 граждандың кандидатураларын билдәләне, һәм уларға Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы составына инергә тәҡдим итте. Йәмәғәт палатаһына закон тарафынан дәүләт сәйәсәтен формалаштырғанда һәм ғәмәлгә ашырғанда граждандарҙың мәнфәғәтен һәм ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алыуҙы, хоҡуғын һәм иркен, йәмәғәт берекмәләренең һәм башҡа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың хоҡуғын яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса бурыстар йөкмәтелә. Палата федераль башҡарма власть органдары, Рәсәй төбәктәренең башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген контролдә тота, мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика