02:08 (UTC+5), 17 Марта 2017

Баш федераль инспектор Йәштәр палатаһы проекттары менән танышты

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Волга буйы федераль округының Йәштәр советы ағзаһы, республиканың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Таһир Ғизәтуллин менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы.
Республика власть органдарының йәштәр хәрәкәттәре һәм берләшмәләре менән үҙ-ара килешеп эш итеү, әүҙем йәштәрҙең төбәктең ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡатнашыу мәсьәләләре, республикала йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу өлкәһендәге эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн Башҡортостан йәштәренең үҫешеү һәм берләшеү мөмкинлектәре төп әңгәмә темалары булды.
Волга буйы федераль округының Йәштәр советы ағзаһы Баш федераль инспекторҙы төбәктең әүҙем йәштәре тормошҡа ашырған проекттары менән таныштырҙы. Һүҙ мәктәп уҡыусыларына хәрби-патриотик тәрбиә биреү, йәштәрҙең кадрҙар резервын булдырыу хаҡында барҙы. Шулай уҡ Таһир Ғизәтуллин «Һәр көн Рәсәй менән ғорурланам» мөһим федераль проекты тураһында һөйләне. Уның сиктәрендә быйыл апрелдә илебеҙ биләмәһендә Ватан тарихын белеүгә тест уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика