08:17 (UTC+5), 16 Марта 2017

Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе делегацияһы — Башҡортостанда

sezamtravel.com сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе делегацияһы — эш сәфәре менән Башҡортостанда. Делегацияны Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Бахром Әшрәфханов оҙатыуында өлкә хакимы Химмәт Окбутаев етәкләй. Сәфәрҙең төп маҡсаты — Башҡортостан менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, партнерҙар эҙләү, яҡтарҙың тышҡы сауҙа әйләнешен арттырыу, тип аңлатма бирҙе Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров.
Программала — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры менән осрашыу. Сәмәрҡәнд өлкәһенең һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу, шулай уҡ B2B форматында һөйләшеүҙәр, бизнес берләшмәһе вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған.
Сәфәр барышында Сәмәрҡәнд өлкәһе делегацияһы вәкилдәре XXVII «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһенә, «Башҡортостан үҫеш корпорацияһы»на, «Өфө» индустриаль паркына барасаҡ.
Йома, 17 мартта, ҡунаҡтар «Башинком» фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы һәм «Башҡортостан нефть химияһы эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.
Рәсми сәфәр Башҡорт балы йортонда татлы аҙыҡты тәмләп ҡарау һәм «Үзбәкстан» сауҙа йортоноң эшмәкәрлеген баһалау менән тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика