04:59 (UTC+5), 14 Марта 2017

Константин Толкачев Рәсәй закондар сығарыусылар советы Президиумы ултырышында ҡатнашты

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Закондар сығарыусылар советы Президиумы ултырышында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк парламентының матбуғат хеҙмәтендә.
Ултырышты Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин уҙғарҙы. Сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация дәүләт власы субъекттарының закондар сығарыусы органдары етәкселәре ҡатнашты.
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Тополин һәм Рәсәй Социаль страховкалау фонды рәйесе Андрей Кигим ҡатнашлығындағы ултырышта Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау өлкәһен закондар йәһәтенән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Ҡатнашыусылар ҡабул ителгән һәм үҙ көсөнә ингән федераль закондарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәкле Рәсәй Хөкүмәтенең норматив хоҡуҡи акттарҙы сығарыуы хаҡында мәғлүмәт, Рәсәй Федерацияһы Закондар сығарыусылар Советы комиссияһы тарафынан һатып алыуҙар өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу өлөшөндә иҡтисади һәм сәнәғәт мәсьәләре буйынса булдырылған эшсе төркөмдөң эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен тыңланы.
Көн тәртибендә Рәсәй Федерацияһы Закондар сығарыусылар Советының һәм уның Президиумының 2017 йылға эш планын раҫлау тураһындағы мәсьәлә торҙо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика