12:19 (UTC+5), 14 Марта 2017

Баш ҡалаға Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы уңайынан митингка Доминик Джокер килә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 18 мартта Өфөлә Ҡырым ярымутрауының Рәсәйгә ҡушылыуына өс йыл тулыу уңайынан митинг ойошторола. Байрам митингыһына 10 мең кешенең килеүе күҙаллана. Унда йәмәғәт ойошмалары һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе әүҙем ҡатнашасаҡ.
Митинг Телеүҙәк алдындағы майҙанда киске 6-сы яртыла башлана, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһендә. Ҡатнашыусыларҙы тарихи реконструкция көтә. Сәғәт 6-ла байрам концерты башлана, унда Доминик Джокер һәм башҡорт эстрадаһы артистары сығыш яһай. Киске 8-ҙә байрам фейерверкы ҡаралған.
Был Өфөлә 2014 йылдың мартында референдумдан һуң Ҡырым ярымутрауының һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуы уңайынан ойошторолған дүртенсе митинг.
Тәүгеһе «Көнсығышҡа походты туҡтатайыҡ!» девизы аҫтында 2014 йылдың 18 мартында үткәрелде. Ул саҡта Башҡортостандың күп милләтле халҡы Украинала барған ваҡиғаларға борсолоу белдергәйне.
Былтыр Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәй составына кире ҡайтыуына ике йыл тулыуға арналған байрам сараһында республиканан меңдәрсә кеше ҡатнашты. 18 мартта Конгресс-холл алдындағы майҙанда «Ҡырым беҙҙеке» митинг-концерты үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын белдереү һәм ярымутрауҙа йәшәгән ватандаштарына теләктәшлек күрһәтеү өсөн килгән дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, төрлө йәштәге һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Митинг-концертты «Башҡортостандағы йәш депутаттар ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт берекмәһе ойошторҙо.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика