07:08 (UTC+5), 13 Марта 2017

Константин Толкачев: «Башҡортостан тәжрибәһе «Дәүләт милли сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында»ғы закон проектына нигеҙ була ала»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Әҙерләнә башлаған «Рәсәй милләтенең берҙәмлеге тураһында»ғы закон рәсәйҙәр берҙәм милләт хаҡында төшөнсәне ҡабул итеүгә әҙер булмағанлыҡтан «Дәүләт милли сәйәсәтенең нигеҙҙәре тураһында» закон тип үҙгәртеләсәк. Был хаҡта закон проекты концепцияһын әҙерләү буйынса эшсе төркөм етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валерий Тишков белдерҙе.
«Рәсәй — донъялағы полиэтник державаларҙың береһе. Хоҡуҡ милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә тәьҫир итмәй. Был милләт-ара низағтарҙы хоҡуҡи яҡтан баһалауҙы ҡыйынлаштыра, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Беҙ ошондай закон булдырыу тураһында тәҡдимде тулыһынса хуплайбыҙ, ләкин бындай документты әҙерләү, уны тормошҡа ашырыу үтә ауыр икәнлеген күрәбеҙ. Декларация ғына булмаһын өсөн, закон гипотеза һәм диспозиция нормаларынан тыш, санкцияларҙы ла үҙ эсенә алырға тейеш».
«Рәсәй халыҡтар союзы, күп милләтле федератив дәүләт булараҡ төҙөлгән, был Конституцияла ла нығытылған. Законды әҙерләгәндә төрлө халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын иҫәпкә алыу мөһим. Әгәр закон улар менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа юлыҡһа, әлеге осраҡта нимәнең көслөрәк көйләүсе буласағы билдәһеҙ, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Закон проектын әҙерләү менән шөғөлләнгән авторҙарға Башҡортостанда тупланған милләт-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим иткем килә. Владимир Путин һүҙҙәренсә, унда, бер тамсы һыуҙағы кеүек үк, мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы менән тотош Рәсәй сағыла. Бында бер-береңде хөрмәт итеү һәм тиң хоҡуҡлылыҡ нигеҙендә төрлө этностарҙың күп быуатлыҡ йәшәү тәжрибәһе тупланған, ул закон проекты концепцияһына нигеҙ була ала».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика