08:02 (UTC+5), 13 Марта 2017

Башҡортостанға Көньяҡ Африка Республикаһы илселеге делегацияһы килде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанға Көньяҡ Африка Республикаһы илселеге делегацияһы килде. Делегация составында Көньяҡ Африка Республикаһының Рәсәйҙәге илселегендәге сәйәсәт бүлеге советнигы Тандо Даламба һәм илселектәге сәйәсәт бүлегенең беренсе секретары Офани Персиваал Сенгани бар. Рәсми осрашыуҙар барышында Көньяҡ Африка Республикаһы илсеһенең Башҡортостанға сәфәренең аспекттары тикшерелә, тип аңлатма бирҙе Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров.
Бөгөн төбәктәге юғары уҡыу йорттарының халыҡ-ара бәйләнештәр идаралыҡтары вәкилдәре менән осрашыу була. Һуңынан дипломаттар Башҡортостан Башлығының Протокол идаралығы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре менән программаны тикшерә.
Көндөң икенсе яртыһында «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы» һәм «Рәсәй әсәләре» йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре менән аралашыу ҡаралған.
Шишәмбе көндө ҡунаҡтар Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныша ала һәм XXVII «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика