03:16 (UTC+5), 10 Марта 2017

Владимир Путин балаларҙы суицидҡа этәргән өсөн язаны ҡатыландырыуҙы хупланы

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин сайттар һәм социаль селтәрҙәр аша балаларҙы үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуға этәргән өсөн язаны ҡатыландырыуҙы хупланы. Ошо хаҡта дәүләт башлығы Рәсәй Эске эштәр министрлығы коллегияһы ултырышында белдерҙе.
«Енәйәтселәр – ә уларҙы башҡаса атап булмай – тәү сиратта үҫмерҙәр һәм йәштәр аудиторияһына, психикаһы нығынып бөтмәгән йәки ауыр тормош хәлендә булған балаларға төбәлгән», — тип Владимир Путиндың телмәренән өҙөк килтерә ТАСС.
Президент Дәүләт Думаһы депутаттарының ҡануниәтте үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға еткергән өсөн эштәр исемлеген киңәйтеүсе нормалар менән тулыландырыу хаҡында башланғысын хупланы.
«Ул бындай сайт хужаларын, уларҙы уйлап сығарыусыларҙы һәм администраторҙарҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға, уларҙың деструктив эшен, енәйәт эшмәкәрлеген кисектерергә мөмкинлек бирәсәк», — тине Владимир Путин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика