08:37 (UTC+5), 10 Марта 2017

Республикала берҙәм рәсәйҙәр праймериз үткәреү тәртибен билдәләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 13 мартта яңыртылған алдан тауыш биреү сайты эшләй башлай. 28 майҙа үтәсәк тауыш биреү көнөнә бәйле бөтә мәғлүмәт pg.er.ru сайтында урынлаштырыла. Унда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына, шулай уҡ төбәк һәм ҡала етәкселәре вазифаларына алдан тауыш биреү буйынса мәғлүмәт туплана, тип аңлатма бирҙеләр партияның төбәк бүлексәһендә.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә, 10 сентябрҙә, Башҡортостанда Бөрө, Белорет Советтарына һәм Йоматау ауыл Советына урындағы һайлауҙар үтә. Бында бөтәһе 50 мандат алмаштырыла. Һайлауҙа 85 меңдән ашыу һайлаусы ҡатнаша.
Сайт ярҙамында алдан тауыш биреүҙе ойоштороу һәм үткәреү менән шөғөлләнгән төбәк комитеттары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Сайтта тематик яңылыҡтарҙан тыш, праймеризда ҡатнашырға теләгәндәр өсөн дә тулы мәғлүмәт бирелә.
«Берҙәм Рәсәй» дебаттарҙың даталарын да билдәләне. Улар 8 апрелдән 21 майға тиклем шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә уҙғарыла. Дебаттарҙың темалары түбәндәгесә: коррупцияға ҡаршы көрәш һәм дәүләт сығымдарының һөҙөмтәлелеге; иҡтисад һәм сәнәғәт; белем алыу мөмкинлеге һәм сифаты; һаулыҡ һаҡлау һәм демография; инфраструктура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ; агросәнәғәт комплексы һәм ауылды үҫтереү; экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау; халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламына ярҙам итеү.
Берҙәм тауыш биреү көнө өсөн 3,7 миллионға яҡын бюллетень әҙерләнә. Улар 21 майға тиклем баҫыла. 5 апрелгә тиклем тауыш биреү урындары исемлеге тураһында мәғлүмәт баҫыла, 12 апрелгә ҡәҙәр иҫәпләү комиссиялары ойошторола. Комиссия ағзаларының һаны биш кешенән артмаҫҡа тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика