12:02 (UTC+5), 09 Марта 2017

Саҡмағош районын Реканс Ямалиев етәкләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн уҙған конкурс йомғаҡтары буйынса Саҡмағош районын Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығының баш советнигы Реканс Ямалиев етәкләне. Район хакимиәтендә аңлатыуҙарынса, 19 депутаттан 18 халыҡ һайланыусыһы ыңғай тауыш биргән.
Муниципаль район башлығы вазифаһына биш кандидат дәғүә итте. Конкурста еңеп сыҡҡан Реканс Ямалиевтан тыш, улар — Саҡмағош ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Радик Әмирханов, Өфөнән «Экология үҫеше» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илһам Магияров, Бүздәк районының ветеринар станцияһы начальнигы Нияз Ибәтуллин, Саҡмағош районы хакимиәтенең архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһе — баш архитекторы Азат Хисамов.
1 февралдә муниципаль Советтың сираттан тыш ултырышында асыҡ тауыш биреү юлы менән райондың элекке башлығы Риф Йосоповтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Депутаттар район етәксеһенең үҙ теләге менән отставкаға китеүе тураһында ғаризаһына бәйле үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе.
Реканс Ямалиев 1970 йылдың 13 авгусында Саҡмағош районында тыуған.
Мәскәү ҡулланыусылар кооперацияһы университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Төрлө йылдарҙа Саҡмағош районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең Яңы Балтас сауҙа предприятиеһы директоры, Саҡмағош районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең сауҙа бүлеге мөдире, Мәләүез районы ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы рәйесе, Саҡмағош районы хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика