10:18 (UTC+5), 09 Март 2017

Республика парламентарийҙары һалым льготаларының максималь күләмен индерә

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда инвесторҙар өсөн ойошмалар табышына һалым буйынса ставканың 12,5 процентҡа тиклем кәмеүе ихтимал. Льготалар өс йыл ғәмәлдә буласаҡ. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты ултырышында төбәк ҡануниәтенә тейешле төҙәтмәләрҙе ҡараны.
Льготаның максималь күләмен билдәләү инвестиция эшмәкәрлеген капиталь һалыуҙар формаһында тормошҡа ашырған инвесторҙарға ойошмалар табышына һалым буйынса преференциялар күләмен һаҡлауға йүнәлтелгән, тип аңлатма бирҙеләр төбәк парламентында.
Депутаттар Башҡортостандың Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фондының 2017 йылға бюджеты тураһындағы законға ла үҙгәрештәр индерә. Ағымдағы йылға фондтың килеме 67 684,9 мең һумға артҡан һәм 40 717 144,8 мең, фонд ҡаҙнаһы сығымдары 40 801 111,3 мең тәшкил итәсәк. Фонд бюджеты дефициты күләме — 83 966,5 мең һум. Йыл башына ҡалған аҡса 2017 йылда фонд бюджеты дефицитын ҡаплау сығанағы булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика