03:21 (UTC+5), 07 Марта 2017

Баш ҡалала берҙәм баҡсасылар ойошмаһы булдырыласаҡ

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә ҡалала берҙәм баҡсасылыҡ ойошмаһын булдырыу хаҡында тәҡдим ҡарала. Ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов хәбәр итеүенсә, май айында депутаттар корпусы баҡса ширҡәте мәсьәләләре буйынса киң ведомство-ара кәңәшмә уҙғарырға ниәтләнә.
Депутаттарҙың фекере буйынса, был өлкәлә проблемалар етерлек. Күп кенә баҡсасылар әле һаман үҙ участкаларын рәсмиләштерә алмай, сөнки улар һыу һаҡлау зонаһында урынлашҡан. Шул рәүешле рәсмиләштереү өсөн ҡаршылыҡтар күбеһенсә ҡануниәттең һәм норматив акттарҙың еренә еткереп эшләнмәүендә тора. Бер төркөм баҡса ширҡәтендә электр менән тәьмин итеү мәсьәләләре бар. Ҡайһы бер баҡсасылар үҙҙәренең идара итеүсе компанияларын ойошторорға теләй.
«Әлеге ваҡытта был өлкәлә берҙәмлек юҡ. Өфөлә Баҡсасылар ассоциацияһы, союзы эшләй. Тағы ла бәләкәйерәк берекмәләр бар. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре әүҙем эшләй, икенселәре ҡағыҙҙа ғына. Һәр береһе тарҡау эш итә. Был дөрөҫ түгел, — тип билдәләне Валерий Трофимов. — Аныҡ позициялары менән бер ойошма булырға тейеш, ул ҡала баҡсасылары исеменән дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары менән диалог алып барасаҡ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика