15:52 (UTC+5), 06 Марта 2017

Төбәктән йөҙгә яҡын кеше Валентина Терешкованы юбилейы менән ҡотланы

«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан халҡы «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған «Эй! Күк! Эшләпәңде сис!» Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашты. Флешмоб бөгөн үҙенең 80 йәшен билдәләгән Валентина Терешкованың юбилейына арналды. Республиканан йөҙгә яҡын кеше беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавҡа үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе, тип хәбәр иттеләр партия төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Яҙғы акцияла төбәктән Дәүләт Думаһы депутаттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, партия ағзалары, мәктәп уҡыусылары һәм теләгән һәр кем ҡатнашты. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачёв та махсус открыткала коллегаһына йылы ҡотлау һүҙҙәрен ҡалдырҙы.
27 февралдән 3 мартҡа тиклем республика халҡы «Берҙәм Рәсәй»партияһы рәйесенең төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә Валентина Терешковаға теләктәрен яҙҙы. Бөгөн, юбилей көнөндә, бөтә ҡотлау открыткалары адресатҡа еткерелде.
Валентина Терешкова — совет космонавы, донъялағы тәүге ҡатын-ҡыҙ космонавт, авиация генерал-майоры. Донъяла йыһанға яңғыҙы осҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Валентина Владимировна «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары советы ағзаһы булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика