03:57 (UTC+5), 03 Марта 2017

3 мартта Башҡортостанға Михаил Бабич килә

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 3 мартта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич эш сәфәре менән Башҡортостанға килә. Өфөлә Михаил Бабич Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советы ултырышын уҙғара. Уның барышында урындағы әһәмиәттәге (шул иҫәптән, төҙөкләндереү һәм йәшәү өсөн заманса уңайлы мөхит булдырыу) мәсьәләләрҙе хәл иткәндә граждандар йәмғиәте институттары һәм халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлек мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана.
Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Башҡортостан энергия системаһының хәҙерге заман тарихында иң ҙур инвестиция проекттарының береһе булған, төҙөлөп ятҡан Затон йылылыҡ электр үҙәген ҡараясаҡ. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Михаил Бабич йорт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса Өфөләге күп фатирлы йорттарҙың береһенән килгән башланғыс менән танышасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика