06:19 (UTC+5), 01 Марта 2017

Бер айҙа республика аграрийҙары Ҡытайға 20 тонна бал оҙатҡан

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан «Волга-Янцзы» форматында хеҙмәттәшлек итеү тураһында яңы килешеүҙәр төҙөргә әҙерләнә. Сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлектең хәҙерге торошо һәм үҫеш мөмкинлектәре мәсьәләләре буйынса «Волга-Янцзы» форматында берлектәге эшсе төркөмдөң Рәсәй яғы кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Сарала ҡатнашыусылар Өфөлә ағымдағы йылдың апреленә билдәләнгән эшсе төркөмдөң ултырышына әҙерләнеүгә ҙур иғтибар бүлде.
Кәңәшмә барышында тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Алексей Сухов «Волга-Янцзы» форматында төбәк эшенең ыңғай динамикаһын, ике яҡлы хеҙмәттәшлектең норматив-хоҡуҡи базаһы киңәйеүен билдәләне. Аньхой һәм Сычуань провинциялары менән тағы ла бер нисә килешеү проекттарына ҡул ҡуйырға әҙерләнгән Башҡортостан Республикаһы миҫалға килтерелде. Был хаҡта республика буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Төбәктә Башҡортостан һәм Ҡытай провинцияларының юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш дауам итә. Башҡорт дәүләт медицина университеты 2015 йылдан Наньчан, Аньхой, Сычуань университеттары һәм Цзянси провинцияһының традицион Ҡытай медицинаһы университеты менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәр төҙөнө. Ошо килешеүҙәр сиктәрендә студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу, фәнни конференциялар ойошторола.
Иҡтисад, бизнес, мәҙәниәт өлкәһендә ҡул ҡуйылған документтар сиктәрендә хеҙмәттәшлек дауам итә. Ҡытай башҡорт балы менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителә. Ғинуарҙа ғына республика аграрийҙары Аньхой провинцияһына 20 тонна татлы аҙыҡ оҙатҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика