08:14 (UTC+5), 28 Февраля 2017

Башҡортостанда йәшәүсе Рәсәй Президенты ярҙамында йорттарҙы һыу менән тәьмин итеүгә өлгәште

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда йәшәүсе дәүләт башлығының ҡабул итеү бүлмәһенә Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында йорттарҙы норматив һыу менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Хәҙер тораҡ пунктты һыу менән тәьмин итеү Адреслы республика инвестиция программаһына индереләсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Кислицин Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцевҡа бөгөнгә район бюджетында проект эштәрен үткәреүгә 1,7 миллион һум күләмендә аҡса күҙ уңында тотолоуы хаҡында еткерҙе. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте кәрәкле документтар тапшырған осраҡта һыу үткәргес төҙөлөшөн республика ҡаҙнаһынан финанслау мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторға мәсьәләне хәл итеүҙе контролгә алырға ҡушылған. Урындағы үҙидара органдары ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы менән проект-смета документацияһын әҙерләргә тейеш. 2017 йылдың 1 декабренә тиклем — объектты Адреслы республика инвестиция программаһының саралар планына индерергә.
Кисә Түбәнге Новгородта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцевтың граждандарҙы ҡабул итеү барышында ауылды һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителде. Видеоконференция бәйләнеше рәүешендә Башҡортостанда, Киров һәм Һамар өлкәләрендә йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәре ҡаралды. Сарала ошо төбәктәрҙең баш федераль инспекторҙары, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика