03:13 (UTC+5), 21 Февраля 2017

Владимир Путин Сталинград һуғышының 75 йыллығын байрам итеү тураһындағы указға ҡуйҙы

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Сталинград һуғышында совет яугирҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүенә 75 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә ТАСС.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеү өсөн Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист армияһын ҡыйратыу һәм 2018 йылдың 2 февралендә был тарихи ваҡиғаға 75 йыл тулыу менән бәйле байрамға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын булдырырға ҡарар итәм», — тиелә указ тексында.
Президент Хөкүмәткә бер ай эсендә байрамға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса комитет составын раҫларға, төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына байрам итеүгә әҙерләнеүҙә һәм уҙғарыуҙа ҡатнашырға тәҡдим итергә ҡушты.
Белешмә. Ҡурғаулау операцияһы 1942 йылдың 17 июлендә башлана. 125 тәүлек аяуһыҙ алышта дошмандың төп һөжүм итеүсе төркөмө Сталинград эргәһендә емерелә, ҡаршы һөжүмгә күсеү өсөн шарттар булдырыла, ул 1942 йылдың 19 ноябрендә башлана.
Һөжүм итеү операцияһын Волга хәрби флотилияһы булышлығында Көньяҡ-Көнбайыш, Дон һәм Сталинград фронттары ғәскәрҙәре уҙғара. Унда 1 миллион 103 мең кеше, 15,5 мең ҡорал һәм миномет, яҡынса 1,5 мең танк һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡорамалы, 1,35 мең самолет йәлеп ителә.
1943 йылдың 2 февралендә уратып алған төркөмдө юҡ иткәндән һуң һуғыш тамамлана. Сталинград ҡаҙанында дошман 1,5 миллион самаһы үлтерелгән, яраланған, әсиргә алынған һәм хәбәрһеҙ юғалған һалдатын юғалта. 3,5 мең дошман танкы һәм штурм ҡоралы, 10 меңдән ашыу артиллерия мылтығы һәм миномет, өс меңгә тиклем хәрби һәм транспорт самолеты юҡҡа сығарыла.
Совет ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары 480 мең кешегә етә, 500 меңдән ашыуы яралана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика