09:23 (UTC+5), 16 Февраля 2017

Константин Толкачев Рәсәй исеменән Афинала Европа Советы комитеты ултырышында ҡатнаша

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Грецияның баш ҡалаһы Афинала мониторинг буйынса Европа Советының урындағы һәм төбәк властары конгресы комитеты ултырышында ҡатнаша. Ултырышта Европа Советы ағзалары булған илдәрҙә урындағы һәм төбәк кимәлендә демократияның торошо буйынса конгресс документтарын ҡарау күҙаллана.
Константин Толкачев ингән өс устав комитеттарының береһе, Мониторинг буйынса комитет, урындағы үҙидараның Европа хартияһын үтәүен баһалау, Европала урындағы һәм төбәк демократияһы торошо тураһында докладтар әҙерләү һәм ағза булып торған илдәрҙә урындағы һәм төбәк демократияһына ҡағылышлы айырым мәсьәләләрҙе күҙәтеү менән шөғөлләнә.
«Ултырыштың көн тәртибенә индерелгән мәсьәләләр граждандарҙың хоҡуғына һәм иркенә ҡағыла. Эстония буйынса мәсьәләне айырым ҡарау күҙаллана, унда рус телле халыҡтың хоҡуҡтарын ҡыҫыу күҙәтелә. Һүҙ Европаның төрлө төбәктәрендә демократияны үҫтереү хаҡында бара. Совет составына 46 илдең вәкилдәре инә. Беҙҙең алда айырым биләмәләрҙә Европа норматив акттары үтәлешенең сифатын тикшереү бурысы тора», — тине Константин Толкачев, ултырышта ҡатнашыуына аңлатма биреп.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика