04:40 (UTC+5), 16 Февраля 2017

Башҡортостан сенаторы Иглиндә һайлаусылар менән осрашты

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зиннуров Иглин районы халҡы менән уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн осрашты.
«Осрашыуҙа күтәрелгән мәсьәләләр, дөйөм алғанда, социаль өлкәгә, йәштәр сәйәсәтенә, айырым спорт төрҙәрендә район үҫешенә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҡағылды», — тип һөйләне парламентарий журналистарға.
Мәҫәлән: белдереүселәрҙең береһе ауылға йәш уҡытыусыларҙы йәлеп итеүгә булышырҙай маҡсатлы программа ҡабул итеү тураһындағы тәҡдим менән сығыш яһаны.
Был һорау күптән көн үҙәгендә тора һәм әүҙем тикшерелә, бигерәк тә оҡшаш проекттың ыңғай миҫалы барҙа. Уның инициаторы булып «Берҙәм Рәсәй» партияһы тора. Һүҙ «Ауыл табибы» хаҡында бара.
Ҡабул итеү барышында яңғыраған тағы ла бер һорау ентекләп өйрәнеүҙе һәм эшкәртеүҙе талап итә. Уны белдергән кеше йәйәнән уҡ атыу кеүек милли спорт төрөн тергеҙеү идеяһы менән сығыш яһаны. Күмәк спорт төрө иткәндә, ул йәштәр өсөн күргәҙмәле сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау була аласаҡ, тигән ышаныста белдереүсе.
Күсмә ҡабул итеү барышында яңғыраған бөтә мөрәжәғәттәр ҙә контролгә алынасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика