12:16 (UTC+5), 14 Февраль 2017

Өфө районында Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алдылар

Өфө районы хакимиәте
Өфө районы хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө районында Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөнә арналған тантана уҙҙы. Акция совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 28 йыллығы уңайынан ойошторолдо.
Локаль һуғыштарҙа һәләк булған яугирҙәрҙең һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһында район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаилә ағзалары, хәрби хәрәкәт ветерандары, патриотик клуб уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Булгаков ауылында митингты Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров асты.
«Беҙ Батырлыҡ һәм Ҡаһарманлыҡ традицияларын дауам итеүҙән тыш, хәрби иптәштәребеҙҙе онотмаҫҡа һәм, әлбиттә, тупланған тәжрибәне Тыуған илебеҙҙе яҡлаясаҡ йәш быуынға тапшырырға бурыслыбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды муниципалитет етәксеһе.
Башҡортостандың Һуғыш, хәрби хеҙмәт һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары комитеты рәйесе, отставкалағы полковник Владимир Попов сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Халыҡ үҙенең яҡлаусылары, уларҙың хәрби сәнғәте, батырлығы һәм ҙур еңеүҙәре менән һәр саҡ ғорурланды, тип билдәләне ул.
«Хәрби туғанлыҡ» Дөйөм Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе советы рәйесе Альберт Шаһиморатов ветерандар хәрәкәте әүҙемселәренә, сараны ойоштороусыларға һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә тантаналы шарттарҙа Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары һәм миҙалдар тапшырҙы.
Иҫкә алыу акцияһын «Ватан» вокаль-инструменталь ансамбленең концерт программаһы дауам итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика