02:28 (UTC+5), 14 Февраля 2017

Баш ҡалала республиканың буласаҡ сәйәси лидерҙары өсөн курстар башлана

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 15 февралдә Өфөлә, республика Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Граждандар университеты» проектының Юғара идара итеү мәктәбе асыла. Төбәктең буласаҡ сәйәси лидерҙары өсөн курстар 2017 йылдың февраль айынан майға ҡәҙәр уҙа.
Проекттың өс баҫҡысы – Сәйәси лидерлыҡ мәктәбе, Башҡортостандың кадрҙар активы һәм Юғары идара итеү мәктәбе – сәйәси лидерҙарҙы яңыса әҙерләргә, заман менән бергә барырға һәм дөйөм донъя төбәк сәйәси мөнәсәбәттәрен оператив күҙәтергә мөмкинлек бирә. Дисциплиналар араһында: иҡтисад, политология, финанс институты.
Партияның төбәк бүлексәһе хәбәр итеүенсә, дәрестәр Башҡортостандың алдынғы уҡытыусылары һәм эксперттары ҡатнашлығында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланып, көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары буйынса уҙғарыла. Уҡыу аҙағында, проектты уңышлы тамамлағандан һуң, тыңлаусыларға тейешле өлгөлө һөнәри белемде арттырыу тураһындағы диплом тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика