04:18 (UTC+5), 10 Февраль 2017

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рәсәй Хөкүмәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде

«Берҙәм Рәсәй» матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин закондар сығарыу эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары һәм күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн билдәләнде. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһының күсмә ултырышында Дмитрий Медведев Рәсәй Хөкүмәтенең рәхмәт хатын Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутатына тапшырҙы.
Дәүләт Думаһының VI саҡырылышында Рафаэль Мәрҙәншиндың башланғысы буйынса енәйәт ҡануниәтен гуманлы итеүгә, эшҡыуарҙарҙы нигеҙһеҙ баҫымдан һәм законһыҙ енәйәти эҙәрләүҙәрҙән яҡлауға йүнәлтелгән, шулай уҡ административ һәм һалым ҡануниәтен камиллаштырыу, адвокаттарҙың хоҡуҡтарын киңәйтеү, социаль эшҡыуарлыҡты һәм һөнәрселекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса 20-нән ашыу закон проекты әҙерләнгән һәм индерелгән.
Дәүләт Думаһының яңы саҡырылышында ла парламентарий әүҙем закондар сығарыу һәм ижтимағи эшмәкәрлеген дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика