06:33 (UTC+5), 10 Февраля 2017

Башҡортостанда 16 йәшкә тиклемге никахтар аныҡ билдәләнәсәк

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында депутаттар «Башҡортостан Республикаһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектына төҙәтмәләрҙе ҡараны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда закон проекты төбәк прокуроры тарафынан ҡарауға индерелде һәм Рәсәй Ғаилә кодексының 13-сө статьяһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде. Уның буйынса айырым осраҡтарҙа – йөклөлөк йәки бала тыуғанда 16 йәшкә тиклем никахҡа инергә мөмкин. Башҡа сәбәптәрҙең дә булыуы ихтимал. Мәҫәлән, «үҫмерҙәрҙең ғаилә мөнәсәбәттәре». Шулай уҡ проект опека һәм попечителлек органдары һәм тикшереү органдары вәкилдәренең бәлиғ булмағандарҙың бергә йәшәү мөмкинлеге тураһында мәсьәләне хәл итеүҙә мотлаҡ ҡатнашыуын һәм Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының ошо ҡарарҙы ҡабул итеүен күҙ уңында тота.
«Ғаилә кодексына ярашлы, 1996 йылдан алып Башҡортостанда 16 йәше тулмаған үҫмерҙәрҙең никахҡа инеү мөмкинлеге бар. Йылына шундай 10-20 никах теркәлә. Төбәктә бындай социаль күренеш бар, һәм беҙгә уны көйләргә кәрәк, — тип билдәләне Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Руслан Исмәғилев. — Әлегә тиклем ошо процедураны башҡарыу тәртибе билдәләнмәгәйне. Закон проектының концепцияһы никахҡа инеү тәртибен яйға һалырға тәҡдим итә. Опека һәм попечителлек органы үткәргән тикшереү нигеҙендә һәм ике шарт — йөклөлөк һәм бала тыуғанда ғына республиканың башҡарма власть органы никахҡа инергә рөхсәт итә. Закон проектының яңылығы шунда. Закон никах йәшен кәметмәй һәм билдәләмәй, бары тик 16 йәшкә тиклем никах теркәү процедураһын көйләй. Закон ҡабул ителеү менән 16 йәше тулмағандар араһында никахтар аҙыраҡ булыр, тип ышанам. Әле үк иртә өйләнешеүселәрҙең кәмеүе күҙәтелә — былтыр уларҙың һаны 14 булған».
Рәсәйҙең 22 төбәгендә, шул иҫәптән Мәскәү, Нижегород өлкәләрендә, Татарстанда ошондай закондар ҡабул ителгән дә инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика