12:07 (UTC+5), 06 Февраль 2017

Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Финляндияның Рәсәйҙәге илселеге делегацияһы килә

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Финляндияның Рәсәйҙәге илселеге делегацияһы килә. Финляндия илселегенең икенсе секретары Инка Леппянен ханымдың өс көнлөк сәфәре программаһында бизнес берләшмәһе менән осрашыуҙар, республикалағы конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙең тарихы менән танышыу, ғибәҙәт ҡылыу ҡоролмаларына барыу ҡаралған.
Шишәмбе көндө дипломат республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкилдәре менән осраша. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса советта тәжрибә алмашыу планлаштырыла, тип хәбәр итте Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров.
Инка Леппянен Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институтының эштәре менән танышасаҡ, Археология һәм этнография музейын ҡараясаҡ. Шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашыу ҡаралған. Илселектең икенсе секретары «Халыҡ-ара сәйәсәт һәм Рәсәй менән Финляндия араһындағы мөнәсәбәттәр» темаһына лекция уҡый.
Финляндия илселеге делегацияһы Өфөнөң иҫтәлекле урындары (Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы, Раштыуа Алиһәһе кафедраль собор ҡорамы) менән танышасаҡ.
Шаршамбы, 8 февралдә, Инка Леппянен Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил менән осрашыу үткәрә. Финляндия делегацияһы Башҡортостандың Милли музейына барасаҡ, Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы рәйесе менән осрашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика