Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.91
+0.86
93.16
+0.5
62.51
+0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Февраль 2017, 14:36

Саҡмағош районы башлығы вәкәләттәре Геннадий Крюковҡа йөкмәтелде

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Саҡмағош районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Крюковҡа йөкмәтелде. Бындай ҡарар бөгөн муниципаль район Советының сираттан тыш ултырышында ҡабул ителде.
1 февралдә муниципаль район Советының сираттан тыш ултырышында депутаттар Риф Йосоповтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты. Депутаттар район етәксеһенең үҙ теләге менән отставкаға китеүе тураһында ғаризаһына бәйле үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе.
Читайте нас