08:25 (UTC+5), 01 Февраля 2017

Башҡортостанда Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә делегация төҙөлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2017 йылдың 14-22 октябрендә Сочи ҡалаһында XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале ойошторола. Фестивалгә 150 илдән 20 мең кеше килә. Донъя йәштәрен берләштергән байрамға коммерцияға ҡарамаған сектор, фән, ижад, спорт, педагогика, IT, сәйәсәт өлкәләрендәге йәш лидерҙар, иң яҡшы студенттар, Рәсәй мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған милләттәштәребеҙ һәм сит ил вәкилдәре йыйыла.
Сарала Башҡортостандан 250 кешенән торған делегация ҡатнаша, улар араһында 50 ирекмән бар, тип хәбәр иттеләр республиканың Йәмәғәт палатаһында. Ҡатнашыусыларҙы белем биреү, мәҙәни һәм дискуссия программаһы көтә.
Унда ҡатнашыу йәки волонтер булыу (18-35 йәшлектәр) өсөн сайтта ғариза ҡалдырырға кәрәк. Шулай уҡ «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы аша теркәлергә мөмкин.
Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленең маҡсаты — йәштәр берләшмәләрен туплау, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, милләт-ара һәм мәҙәни-ара эш итеүҙе үҫтереү. Рәсәйҙә фестиваль ике тапҡыр ғына — 1957 һәм 1985 йылдарҙа уҙғарылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика